Ауыл хужалығы
11 Апреля 2021, 03:24

Эше юҡтың - ашы юҡ

Башҡортостан башлығы Р.Ф. Хəбиров Башҡортостанда игенде тулайым етештереүҙе 5 миллион тоннаға еткерергə кəрəк тигəн бурыс ҡуйҙы. Уны үтəү өсөн ерҙе һабан менəн һөрөргə кəрəк, 25-27 см булһын, сəсеү əйлəнешен яйға һалырға, көнбағыш баҫыуын кəметергə. Химик утауҙы туҡтатырға, һөрөргə кəрəк тибеҙ ҙə ул, хəҙер ерҙəр ҡатып бөттө.

Əле беҙҙең Яҡуп бүлексəһендə 3000 гектар һөрөнтө ере бар, шуңа ҡарамаҫтан 700-800 гектар көнбағыш сəселə. Яңғылышмаһам 7% ҡына сəсергə рөхсəт ителə ине. Шул уҡ ваҡытта ташландыҡ ерҙəр ҙə бар Яҡуптың, ауыл осо 66 гектар, иҫке мəктəп ҡаршыһы 41 гектар, Яҡуп менəн Мотал ауылы араһы 17 гектар, быуа өҫтө 17 гектар, Урта Моталда зыярат аҫты 7 гектар, Васильевка менəн Урта Мотал араһында 17га, сусҡа һарайы тип аталған ер 19 га, Уб тауы 34 га, Биш бармаҡта, Бүре ташы ла тиҙəр 89 га һөрөнтө ергə сəселгəн үлəн ни саҡлы. Элек Яҡуп ауылы бесəн менəн дан тотто, туғайҙар шаулап үҫте, ҡыр бесəнен дə саба инек. Ни саҡлы һыйыр малдарынан тапата торғас туғайҙарҙа элекке һымаҡ үлəн үҫмəй. Урта Мотал туғайында 17 гектар юҡҡа сыҡты, Шайтан буйы 39 гектар, унда ла йүнлəп үҫмəй, эске ҙур туғай 18 гектар унда ла үҫмəй. Элекке һымаҡ яҙғы ташҡында ул хəтлем йəйелеп ташмай һыу баштары, шишмəлəр таҙартылмай...
Ҡорбанғəли СӨЛƏЙМƏНОВ, Яҡуп ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә булды.
Читайте нас