Районыбыҙ хужалыҡтарында баҫыу эштəре дəррəү һəм ойошҡанлыҡ менəн бара. Аграрийҙар сəсеүҙе үҙ ваҡытында башҡарып сығырға тырыша. Барлыҡ хужалыҡтары ла дым ҡаплатыу, күп йыллыҡ үлəндəрҙе, көҙҙəн сəселгəн ужым игенен минераль ашламалар менəн туҡландырыу эштəрен алып баралар.