Ауыл хужалығы
12 Мая 2021, 02:47

Һабанда һайрашабыҙ

Көнгә-көн бәйләнеп, ваҡыт үтә. Муйыл сәскә атты, сирене. Тиҙҙән улары ла ҡойолор, йәй етер, унан ары- көҙ. Тап шул һары мәл еткәндә, ырҙында ыңғырашмаҫ өсөн, ауыл эшсәндәре бөгөн, көндө-төнгә ялғап, тир түгә.

Районда әле сәсеүҙең яртыһынан күбеһе бөткән. Көндәр ныҡ эҫетте, быға кемдер ҡыуаналыр, крәҫтиән өсөн ҡайнар ҡояш хәүеф тыуҙыра - ер кибә. Шуға эште тағы ла нығыраҡ тиҙләтергә кәрәк.
Сәсеү менән генә эш сикләнмәй, химик утауы ла бар, пар ерҙәре лә, ҡасан мине эшкәртергә киләһегеҙ тип, көтөп ята.
Һабантуй. Уныһы әллә була, әллә юҡ, ауыл кешеһе уны көтөп ала торғайны, байрам бит, алдынғыларҙы бүләкләйҙәр. Тик әлегә байрам ҡайғыһы юҡ, бүләк тураһында ла уйларға ваҡыт юҡ - һәйбәт уңыш, крәҫтиән өсөн иң шәп бүләк бына шул булыр.


Читайте нас