Сәсеү шәп бара бында ла, бөртөклө культураларҙы сәсеп бөткән Сергей Николаевич, көнбағыш ҡына ҡалған. Уныһын да оҙаҡҡа һуҙмайым, 22 -һенә тамамлайбыҙ, ти. Иртәнге туғыҙҙа эште башлайбыҙ, киске туғыҙға тиклем туҡтамайбыҙ - Хеҙмәт кодексы ауыл өсөн юҡ. Техника һәйбәт, сәскестәр генә боронғо, тине фермер. Малдармы? Улар ҡышты матур сыҡты, көтөүҙәләр.