Ошо көндәрҙә беҙең “Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ойошторолоуға 20 йыл тулды.
Күпме был, әҙме? Тарих күҙлегенән сығып ҡарағанда, аҙ ҙа hымаҡ. Шулай ҙа ниндәйҙер йомғаҡтар яһарлыҡ ваҡыт. Был йылдарҙағы эш дәүере мине, етәксе булараҡ, тулыhынса ҡәнәғәтләндерә.
Бөгөнгө көндә “Ватан” районда иң ныҡлы хужалыҡтарҙың береһе. Ә бит беҙ 20 йыл элек барыһын да буш урында башлағайныҡ. Ошо йылдар дәүерендә беҙ үҙебеҙҙең эшмәкәрлек даирәheн киңәйтеүгә, матди базабыҙҙы нығытыуға, сәсеү майҙандарын арттырыуға, йылҡысылыҡ тармағын башлап ебәреүгә ирештек. Былар барыһы ла “Ватан”дың берҙәм һәм тырыш коллективының хеҙмәте.
Хужалығыбыҙҙың юбилейы уңайынан эшһөйәр хеҙмәтсәндәрен ихлас күңелдән ҡотлайым. Уларһыҙ беҙ юғары һөҙөмтәләргә ирешә лә алмаҫ инек.
Хөрмәтле дуҫтар, арҡадаштар! Мин һеҙҙең һәр берегеҙҙе үҙ эшенең оҫтаһы, уңған, тоғро эшсәндәр итеп беләм. Беҙҙең хужалығыбыҙҙың үҫешенә күп көс һалыуығыҙ, алға ҡуйған маҡсаттарға ирешеүегеҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлемен.
Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Һәр ваҡыт та йортоғоҙҙа ҡояш нурҙары балҡыһын, ә дөйөм эшебеҙ киләсәктә лә сәскә атһын.
Ғәйнетдин МӨХӘМӘТОВ,“Ватан” хужалығы кооперативы рәйесе