Юшатыр
+22 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Ауыл хужалығы
7 Июня 2021, 09:30
Ҡорт ҡазаһы
Кешенең асыуын килтергән, ҡайғыға һалған ваҡиға - ҡорттар үлеүе. Әҙәмдең ҡото китһә лә киткәндер - ҡорттары ҡырыла. Бөгөн беҙ был мәсьәлә буйынса райондың ауыл хужалығы бүлегендә булдыҡ - фекерҙәр гәзиттә иртәгә була.

Бал ҡорттары - күптәрҙең йәшәү сығанағы, шуға, билдәле, бындай хәл килеп тыуғас, күҙҙәр маңлайға менде - сәбәбен белгән юҡ. Елдең ҡайһы яҡтан иҫеүен һиҙә белгәндәр хатта ошолай фараз ташланы: тиҙҙән француз инвесторы килә, үҙенең бал ҡорттары менән, шуға уға юл яралар, беҙҙең ҡорттарҙы юрамал юҡ итәләр.
Васильевка ауылы янында бөгөн фермер, ҡый үләндәренән ҡотолам тип, гербицид һибергә яланға сыҡҡан. Аңды-тоңдо ҡарап торған кешеләр шунда уҡ саң ҡаҡҡан: беҙҙең ҡорттарҙы үлтерергә йөрөй. Полиция килгән. Был әллә ниндәй ағыу түгел, гербицид ҡына, зыяны юҡ, тигән фермер. Юҡһа, һәр береһенең күҙенә Новичок күренә башланы.
Был турала материал киләһе һанда була.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"