- Быйыл ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты, - тине район башлығы, - ямғырҙы ныҡ теләнек, үҙебеҙ насар кеше түгелдер - Алла ишетте беҙҙе, тыңланы - ямғыр бирҙе. Бер урында тапанып йәшәмәгеҙ, - тип тә кәңәш итте Юлай Талха улы,- иген сәсеп кенә туҡталмағыҙ, теплицалар төҙөгөҙ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләненегеҙ, алға ҡарап йәшәгеҙ. Һеҙҙән көнләшәм, - тине яланға йыйылған барыһына,- миңә Өфөгә китергә кәрәк, ә һеҙҙе бөгөн бик ҡыҙыҡлы сәфәр көтә.