Ярты көн барған сарала байтаҡ мәғлүмәт алырға өлгөрҙө ауыл эшселәре. Төп маҡсат - Ит союзы хужалығының эше менән танышыу ине. Бында хеҙмәт яҡшы ойошторолған, көтөүҙәрен электричество көтә, алығыҙ һеҙ ҙә шундай көтөүсене, тип дәртләндерҙеләр башҡаларҙы, ҡыйбат тормай ҙа ул. Мал аҙығы етәрлек, сифатлы, техникалары шәп. Малдарҙы ҡасырыу ғына әлегә яһалмаға тулыһынса күсмәгән, был эш тә оҙаҡҡа һулҙылмаҫ, тип ышандырҙы Ит союзы. Тиҙҙән бында фидлот та төҙөләсәк, хаҡы - 413 млн. һум.