Ауыл хужалығы
18 Июня 2021, 10:48

Беҙҙә хәҙер яңы комбай - эштәребеҙ барыр майлағандай

Кисә "Искра" хужалығына Ростов ҡалаһынан, хаҡы 7 миллион һум булған мал аҙығы әҙерләүсе комбайн ҡайтты.

Районыбыҙҙың аграрийҙары яңы техника алыуҙарын дауам итәләр. Кисә "Искра" хужалығына Ростов ҡалаһынан, хаҡы 7 миллион һумлыҡ мал аҙығы әҙерләүсе комбайн ҡайтты.
Самат Сөләймәнов, Яҡуп ауылы механизаторы:
- Был техниканы, хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы, миңә ышаныс менән тапшырҙы. Тырышып эшләрмен, Алла бирһә!
Беҙ киләсәкте хәстәрләп, иртәгәһе көндө нимә булырын фаразлап, эшләйбеҙ. Был юғары етештереүсәнле техника менән, үҫтерелгән мал аҙығын, сифатлы һәм ваҡытында әҙерләргә ныҡ ынтылыш бирә!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас