Эльмар Ғүмәр улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, Ә.Х. Усмановтың крәҫтиән фермер хужалығының тракторсы-машинисы:
- Был ҙур байрамда, сәхнәгә сығарып, ҙурлап бүләкләүҙәренә рәхмәттәремде еткерәм. Эшемде лайыҡлы баһалаған хужалығыбыҙ етәксеһе Әнүәр Усмановҡа рәхмәтлемен. Уның хужалығында 2014 йылдан алып эшләп киләм, эшем бик оҡшай, барыһы менән дә ҡәнәғәтмен. Эш шарттары, графигы яҡшы, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Быйылғы сәсеү эштәрен районыбыҙҙа беренселәрҙән булып, бик уңышлы тамаланыҡ, Алла бирһә уңышты ла мул алырбыҙ тип ышанабыҙ.