Ауыл хужалығы
22 Июня 2021, 05:26

Тырышып эшләргә дәрт өҫтәлде

Айҙар Юнир улы ТУЙГИЛДИН, Көйөргәҙе район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы:- Нисек әйтһәң дә, бүләкләнеү кемгә оҡшамай икән.

Айҙар Юнир улы ТУЙГИЛДИН , Көйөргәҙе район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы:
- Нисек әйтһәң дә, бүләкләнеү кемгә оҡшамай икән, ул барыһы өсөн дә бик күңелле мәл булып тора бит инде. Әгәр эшләгән эшеңде ваҡытында күреп, хуплап торалар икән, ул насар түгел, эштәреңдең һөҙөмтәһен күргәс тағы ла тырышып эшләргә дәрт өҫтәлә. Бергә эшләгән коллективыма, эштәремде күреп, баһалап тороусы етәкселәргә ҙур рәхмәт. Аллаға шөкөр, эшләйбеҙ, эштәр алға бара. Тағы ла ауыл хужалығында, ер эштәрендә бергә эшләгән эшсәндәргә ҙур рәхмәтлемен. Бар эштәрҙе лә бергәләшеп, аңлашып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торалар. Төрлө кешенең фекерҙәре, уйҙары төрлө була, беҙ гел улар менән кәңәшләшеп уртаҡ ҡарарға килеп, эштәрҙең осона сығабыҙ. Байрамда бүләкләнеүселәр бик күп булды, ауыл хужалығы эшсәндәре менән бер рәттән бүләкләнеп, улар менән бергә сәхнәлә тороуы тағы күңеллерәк булды.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас