Ауыл хужалығы
29 Июня 2021, 04:14

Аяғың тәпелдәһә...

Искра хужалығы - райондағы иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе, эште киң ҡолас йәйеп, иркенләп башҡара. Бесән менән дә шулай, мал асыҡмаһын тип, районды урап сыға яҙа.

Искра хужалығы - райондағы иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе, эште киң ҡолас йәйеп, иркенләп башҡара. Бесән менән дә шулай, мал асыҡмаһын тип, районды урап сыға яҙа. Әле яҡшымбәттәр Васильевка ауылы янында бесән саба, күмәктәр, шунлыҡтан эште (үләнде) ҡырып ҡына һалалар.
Аяғың тәпелдәһә, ауыҙың сәпелдәр тигән һүҙ бик килешеп тора үҙҙәренә, аяҡтары тик тормай, тимәк, тамаҡтары ла туҡ булыр, иншалла.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас