Мирас Искандаров, "Искра кооперативының Яҡуп бүлексәһе етәксеһе":
-13 июндә бесән сабыу эштәрен башлап ебәрҙек. Әлегә булғанын сабабыҙ инде, күмпе сығыр. Тәбиғи үләндәрҙең 410 гектары сабылды, әлеге ваҡытта 114 тонна бесән әҙерләнде. Ҡоролоҡ булһа ла, бесәнде еренә еткереп әҙерләйәсәкбеҙ. Колхоз ерҙәре күп. Техникаларыбыҙ эшләп тора, механизаторҙарыбыҙ менән бергәләп тырышып эшләйбеҙ. Бесәнде еткерәсәкбеҙ тип, ышанабыҙ.