Все новости
Ауыл хужалығы
6 Июля 2021, 13:40

Министр хафаһы

- Бына ҡарағыҙ, - Урал Дамир улы, һуғыш ваҡытында һалдаттарға нисек һөжүм итергә өйрәткән генерал һымаҡ, картаға күрһәтә, - Яҡшымбәттә мал күп, сабынлыҡ ерҙәре аҙ, Керәүлелә лә шулай, Морапталда ла

Быйылғы йылдың 5 айы һөҙөмтәләре буйынса, ауыл хужалығының аҙыҡ етештереү индексы 100% булды. Шулай ҙа беренсе кварталда ҡайһы бер хужалыҡтарҙа производство күләме кәмене.
Әлеге иҡтисади һәм климат-тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, бөтөн көстө ауыл хужалығының етештереү күләмен кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа йүнәлтәбеҙ. Төп һүҙ: мал һанын кәметергә ярамай. Республиканың аграр хужалыҡтарын, шәхси кешеләрҙе мал аҙығы әҙерләүгә ныҡлы иғтибар бүлергә саҡырам. Ауыл хужалығы министрлығы барыһына ла ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры И. Фазрахманов.
Йыл да була бындай мөрәжәғәт. Ауыл кешеһенең ҡарап торған - һыйыр, барлыҡ йәй миҙгеле ул асыҡмаһын тип үтә - бесән сабыла. Республика хөкүмәтенең мал аҙығы әҙерләүгә бүлгән иғтибары аңлашыла, ауыл йәшәйме-юҡмы икәнен күрһәтеүсе бер күрһәткес тә ул һыйырҙар һаны. Быйыл, емтәһә, ҡоролоҡ алҡымдан алды - бесән юҡ тип, һәүкәштәрҙе бысаҡлап ташламаһындар тағы.
Көйөргәҙе районы башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Ибраһимовтың да әле ятһа ла, торһа ла, башында бер уй - бесән.
- Бына ҡарағыҙ, - Урал Дамир улы, һуғыш ваҡытында һалдаттарға нисек һөжүм итергә өйрәткән генерал һымаҡ, картаға күрһәтә, - Яҡшымбәттә мал күп, сабынлыҡ ерҙәре аҙ, Керәүлелә лә шулай, Морапталда ла. Шул уҡ ваҡытта, районда бесән күп ул. Көҙөн күренә: кемдер һалам да таба алмай йөрөй, ә байтаҡ ерҙәр, үләне сабылмай, әрәм ҡалған. Ошо хәлде иҫәпкә алып, хужалыҡтарға буш ятҡан сабынлыҡтарҙы бүлеп бирҙек - бына был яҡтар - Искраға, быныһы - Керәүлегә, быныһы - Кировҡа. Бесәнде ташыуы йырағыраҡ була инде, быныһы ғына әллә ни түгел, элек, ҡоролоҡ мәлендә, Прибалтиканан да һалам алып ҡайтҡандар.
...Үлән һирәк, йоҡа тип хафаланыу бушҡа булыр һымаҡ, мал һаны башҡа ерҙә кәмеһә лә, беҙҙә кәмемәҫ, тип ышанаһы килә. Министр бик хафаланмаһын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: