Айҙар Туйгилдин, район хакимиəтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы:
- Бөгөнгө көндə уңыш йыйыу эштəренə Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһе генə төштө, Киров менəн Искра ла баҫыуҙарға төшөргө тулыһынса əҙер, төшөргə лə тейеш ине, тик əлегə уларға ямғырҙар ҡамасауланы. Һауа торошо яйға һалыныу менəн улар ҙа уңыш йыйыу кампанияһына əүҙем ҡушылырҙар. Игендең дымлылығы төрлө ерҙə төрлөсə, мəҫəлəн, Мəлəүездə -15%, Ҡырмыҫҡалыла – 20%, беҙҙә – 12%. Быйылғы йылдың уңыш нисек булыры əлегə билдəһеҙ, Мәләүез фәнни берекмәһе әле 24 центнер бирә, улар, ысынында, 50-не көткәйне, былтырғы уңышты алып булмаясағы асыҡ, быйыл уңыш ике тапҡырға əҙерəк булыуы ла ихтимал. Уңыш əҙ тип, уфтанып, ҡул һелтəп ҡуйып булмай, бөгөнгө көндə төп маҡсатыбыҙ, ул сəскəнде əрəм итмəй, булған уңышты бөртөгөнə тиклем, ваҡытында йыйып алыу. Дөйөм əйткəндə, булғанына шөкөр тип, ураҡ эштəрен план буйынса ваҡытында тамамлап, алған уңыштарығыҙҙы иҫəн-һау ҡулланырға булһын. Хəйерле сəғəттə, егеттəр, икмəгебеҙ күп булһын!