

Үткән аҙнала Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән ҡыҙҙар һәм малайҙарға бәйле хәлдәр тураһында күңелһеҙ яңылыҡтар билдәле булды. Йәйҙең ҡап уртаһы, алда әле – ай ярым каникул, ошо мәлдең тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тороуын теләге килә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре менән берлектә иғтибар үҙәгендә булырға тейешле алты мөһим пунктты барланыҡ.
Һыуға баталар
Шаран районында 13 йәшлек ике ҡыҙ һыуға батты. Иртәнсәк улар яҡындарына велосипедта йөрөп килергә теләүҙәре тураһында әйтеп сығып китә, тик кис етһә лә өйгә ҡайтмайҙар. Кешеләр уларҙың кейемдәренең быуа ярында ятыуын күрә. Бер ҡыҙҙың кәүҙәһен шунда уҡ табалар, икенсеһен иртәгәһе көнө ҡотҡарыусылар ярҙан дүрт метр алыҫлыҡтағы урындан сығара.
Быйыл ғына Башҡортостанда 13 бала һыуға батты! Был мәктәптәге ярты класс тигән һүҙ.
Күңелһеҙ статистиканан күренеүенсә, башлыса ҡарауһыҙ ҡалдырылған балалар бата.
– Күптәр берәй хәл булһа, бала ярҙамға саҡырыр, тип уйлай. Әммә улай түгел. Балалар, ғәҙәттә, шым ғына, бер ниндәй тауыш сығармай бата. Яңылыш һыу йотто һәм бөттө. Шуға күрә уларҙы биш, юҡ, хатта бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, – ти Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең Үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис Ғабдрахманов.
Урманда аҙашҡан
Йыл башынан 10 бала юғалды һәм, бәхеткә күрә, уларҙың барыһы ла табылды. Быйыл майҙа Стәрлетамаҡ районында туғыҙ йәшлек малай урманда аҙашты. Эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар сыҡты. Бәхеткә күрә, малай үҙаллы булып сыҡты: оло юлға сығып, кешеләргә өндәшкән, улар уны полицияға алып барған. Ә ошо көндәрҙә Белорет районындағы Алһыу ҡаялар тирәһендә биш йәшлек малай юғалды. Уны атаһы менән әсәһе тапты. Балаларҙың аҙашып, урмандан сығыу юлын таба алмай төнө буйы, хатта бер нисә көн йөрөгән осраҡтары ла күп булды.
Ҡотҡарыусылар бына ниндәй кәңәштәр бирә
- Балаға сағыу төҫтәрҙәге кейем кейҙерергә тырышығыҙ – шул саҡта уны һәр ваҡыт күҙ уңында тота аласаҡһығыҙ. Айырыуса йәшел һәм ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк бирмәгеҙ. Ең, салбар балағына яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар тегегеҙ, был ҡараңғы мәлдә эҙләүҙе еңеләйтә. Бала һәр ваҡыт үҙе менән заряды тулы телефон алып йөрөһөн. Әгәр ярҙам һорап шылтыратыу өсөн элемтә булмаһа, 112 һандарын йыйырға мөмкин.
- Урманда юғалмаҫ өсөн бала ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш. Уларҙың иң мөһиме – бер урында ҡалыу. Әгәр ҡайҙа барыуыңды белмәйенсә һәр ваҡыт хәрәкәт итһәң, бик алыҫ китеүең бар. Урманда аҙашҡан баланы эҙләүселәр бик яй хәрәкәт итә, улар һәр бер эҙҙе, дөрөҫ йүнәлеш бирерҙәй әйберҙе иҫәпкә ала һәм мотлаҡ ярҙамға килеп етәсәк.
- Бер үҙеңә ныҡ ҡурҡыныс булмаһын тиһәгеҙ, ағасты ҡосаҡларға мөмкин. Улар, хәрәкәт итә алмаһа ла, тереклек билдәһе. Ағас менән һөйләшергә, уның янында ултырырға, һөйәлеп ял итергә мөмкин. Ә бына ҡырағай йәнлектәргә яҡын барырға, уларҙы һыйпарға ярамай. Киреһенсә, уларҙан мөмкин тиклем йыраҡ булырға кәрәк. Ҡырағай кейектәр инфекция сығанағы булыуы, үҙен йәки балаһын яҡлап, кешегә ташланыуы ла ихтимал.
- Танымаған ризыҡты, емеш-еләкте ашарға ярамай. Ағыуланыу ас булыуға ҡарағанда күпкә насарыраҡ. Бала менән урманға барған саҡта еләктәр, бәшмәктәр, үҫемлектәр тураһында һөйләгеҙ, ашарға яраҡлы һәм ағыулыларын айырырға өйрәтегеҙ.
- Аҙашҡан осраҡта бала тауыш бирергә тейеш. Ҡысҡырырға, һыҙғырырға мөмкин (күп балалар сумка менән йөрөргә ярата, уның төбөндә һыҙғыртҡыс та ятһын). Төндә был ғәмәлдәр ҡырағай йәнлектәрҙе ҡурҡытасаҡ.
Самолет һәм поездар
Күптән түгел шундай хәл булды: Өфө-Сочи самолетында ҡапыл бер сабыйҙың хәле насарайҙы. Ул көҙән йыйырып, ирендәре күгәреп, тын алыуҙан туҡтаны һәм бала һуштан яҙҙы. Бортта табиптар булмай, сабыйҙы стюардессалар ҡотҡара. Был осраҡ яҡшы тамамланды: бала иҫенә килде, әммә осоп килеп төшкәс, уны табиптар ҡарамағына тапшырҙылар. Был осраҡта стюардесса Наталья Ананскихҡа ҙур рәхмәт!
Әле сәйәхәттәр мәле, күптәр ял итергә юллана. Әгәр ҡулығыҙҙа бәләкәй бала булһа, уйлағыҙ һәм табип менән кәңәшләшегеҙ: был сәйәхәт һеҙгә кәрәкме? Диңгеҙҙә ял итеү – бик һәйбәт, әлбиттә, әммә сабыйҙар бит шул тиклем яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Берәй хәл булһа, янығыҙҙа Наталья Ананскихтың булмауы ла ихтимал бит.
Токтан һуғылыу
Ошо көндәрҙә Туймазы район дауаханаһының реанимация бүлегенә ҡулдары бешкән 10 йәшлек малайҙы алып килделәр. Әйтеүҙәренсә, малайҙар футбол уйнаған һәм туп трансформатор щитына эләккән. Бала уны алам тип, электр тогынан һуғылған. Тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар.
Балалар һәр ваҡыт үтә һаҡ, тәртипле була, бер һыҙыҡтан ғына йөрөй, берәй ергә менмәй тора алмай. Әммә иғтибарлы булырға өйрәтергә тейешбеҙ. Һәр төрлө сымдарҙы тоторға, үҙең белмәгән урында һыуға һикерергә, төҙөлөш объектында йүгереп уйнарға, ҡыйыҡ башына менергә ярамай. Былар ҡыҙыҡтыр ҙа, әммә ғүмер өсөн үтә хәүефле.
Эҫелек
Быйылғы йәй үтә эҫе килде. Әлбиттә, балалар өсөн был ҡыуаныс ҡына – әйҙә, рәхәтләнеп көнө буйы йөрө. Әммә йылы һәм яғымлы ҡояш та хәүеф сығанағына әйләнеүе ихтимал. Был бәләгә тарымаҫ өсөн уңайлы өҫ һәм баш кейемендә булыу мотлаҡ. Йәйгеһен аҡ төҫтәге кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Шулай уҡ һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә, әммә күмәкләшеп бер шешәнән эсергә ярамай.
Әгәр урамда, пляжда йөрөгәндә ҡапыл хәлегеҙ бөтһә, башығыҙ әйләнһә, тән тирегеҙ ҡыҙарһа, тиҙерәк күләгәгә йәки һалҡын урынға барығыҙ, һыу эсегеҙ. Хәлегеҙ яҡшырмаһа, өйгә ҡайтып, табип саҡыртығыҙ. Каникулдың ҡалған өлөшөн дауаханала үткәрергә теләмәһәгеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Янғын
Йыл башынан янғындарҙа һигеҙ бала үлде. Уларҙың сәбәбе ҡайһы берҙә кешенән дә тормай – йәшен ата, электр көсөргәнеше тыуа, берәй осҡон килеп эләгә... Һуңғы йылдарҙа балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында сыҡҡан янғындар кәмене. Әммә янғында балалар үлеме теркәлеп тора.
Беҙ тәбиғәт көсөнә ҡаршы тора алмайбыҙ, ләкин өйҙәге иҫке сымдарҙы, розеткаларҙы алмаштырырға, һәр бүлмәгә янғын иҫкәрткес ҡуйырға мөмкин. Иҫкәртеү ҡорамалдары 200 һум самаһы ғына тора, әммә улар ошоғаса йөҙҙәрсә баланың ғүмерен ҡотҡарҙы. Иң мөһиме – балаларығыҙ һеҙҙең өсөн уларҙың ғүмере донъялағы барлыҡ уйынсыҡтарҙан да ҡиммәтерәк булыуын белеп үҫһен. Янған йорттан әйберҙәрҙе ҡотҡарыу түгел, ә имен-аман сығып ҡотолоу мөһим! Һәм артабан йәшәргә!