

Быйыл янғындарға бәйле хәл былтырғыға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ. 2020 йылда тәүге янғын осрағы 1 майҙа теркәлһә, быйыл 15 апрелдә үк булды. Ә яңы осраҡтар көн һайын тигәндәй теркәлеп тора. 15 июлгә ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала дөйөм майҙаны 2500 гектарға тиң 208 янғын теркәлгән – үҫеш 4,5 тапҡыр. Уларҙың 168-ен, йәғни 80 процентын тәүге көндә үк һүндереү мөмкин булған, әммә алдан иҫәпләүҙәргә ярашлы, күрелгән зыян өс миллион һумдан ашыу, тип билдәләнә. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы белгестәре менән берлектә янғынға бәйле төп хаталар тураһында һөйләйбеҙ.
Янғындар үҙенән-үҙе башлана
Бер ус үләнде ҡулығыҙға алып өҫкә күтәрегеҙ әле. Ул ҡасан янып китер икән? Эйе, бер ҡасан да янмаясаҡ. Ҡояш менән ел тиҙ тоҡаныусан нәмәләрҙе киптерә, шуның менән хәүефле шарттар тыуҙыра, әммә бәләкәй генә осҡон эләкмәйенсә, улар үҙенән-үҙе янып китмәй.
Башҡортостандағы быйылғы урман янғындарының төп сәбәбе – тәбиғи фактор: йәшен арҡаһында берәй ағасҡа йәки үләнгә ут тоҡаныуы. Икенсе урында, дөйөм янғындарҙың 40 проценты осрағында, кешеләрҙең урманда үҙен дөрөҫ тотмауы, ғәмһеҙ ҡыланышы килә. Утҡа бәйле бәлә-ҡазаның яртыһы ял итеү урындарына тура килә. Сәбәптәре – һыҙып ташланған шырпы, һүндерелмәгән тәмәке, янған үлән, төҙөк булмаған машина осҡоно, эсендә шыйыҡсаһы менән ташлап кителгән шешә (һуңғыһы ҡояш нурын лупа аша үткәреү эҙемтәһен бирә).
Әгәр урман янғынына тап булһаң, уны һүндерергә кәрәкме?
Был һорауға бер төрлө генә итеп яуап биреп булмай. Барыһы ла хәл-торошҡа һәм һеҙҙең килеп тыуған осраҡты дөрөҫ баһалай алыуығыҙға бәйле. Әгәр туристар тарафынан һүндерелмәй ҡалдырып кителгән усаҡ йәки яңы яна башлаған ҡыуаҡ булһа, уны үҙаллы һүндерә алаһығыҙ. Бының өсөн бер нисә кәңәш.
Яҡында йылға йәки күл булһа, утҡа һыу ҡойоғоҙ. Ялҡынды еүеш сепрәк йәки кейем менән, шулай уҡ тупраҡ һибеп һүндерергә мөмкин. Янған үләнде ылыҫлы ағастарҙың 1,5-2 метр оҙонлоҡтағы ботағынан эшләнгән “миндек” менән һүндереп була. Был осраҡта ялҡын телдәрен янғындың төп өлөшөнә ҡарай һепергән кеүек хәрәкәттәр яһағыҙ. “Миндек” үҙе янып китмәһен өсөн йыш-йыш әйләндереп тороғоҙ. Бәләкәй ялҡын телдәрен аяҡ менән тапарға ла мөмкин.
Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ: иң матур урман да һеҙҙең ғүмергә торошло түгел! Әгәр янғынды үҙаллы һүндерә алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, был урындан тиҙерәк китергә кәрәк. Юлығыҙҙа осраған кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртегеҙ. Янғын ялмаған биләмәнән тура түгел, ә утҡа перпендикуляр йүнәлештә хәрәкәт итегеҙ. Әгәр ҡотолоу юлын күрмәһәгеҙ, һыу эсенә инегеҙ, кейемегеҙҙе еүешләгеҙ. Асыҡ урынға, берәй аҡланға килеп сыҡһағыҙ, ергә эйелеп тын алығыҙ – унда һауа таҙараҡ буласаҡ.
Урманда йәки тәбиғәттә янғын осрағына тап булһағыҙ, урман һағының Берҙәм бушлай телефонына: 8 (800) 100-94-00, БР Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә: +7 (347) 218-14-14 йәки 112 һандарын йыйып, Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Янғынды самолет йәки вертолет менән һүндерәсәктәр
Самолеттан йәки вертолеттан һыу ташлау – ғәҙәти булмаған, хатта бер аҙ ҡыҙыҡлы күренеш. Ғәҙәттә, яңылыҡтар тапшырыуында янғынға ҡаршы көрәште шундай кадрҙар ярҙамында күрһәтәләр. Әммә ысынбарлыҡта хәл икенсерәк.
Һыуҙы ҙур тиҙлектә һәм юғары бейеклектән ҡойған саҡта уны ел тарата һәм күпмелер өлөшө утҡа барып етмәйенсә парға әйләнә. Шуға күрә авиация ярҙамында урман фондын күҙәтеү аҫтында тотоу һәм янғын урынына кешеләрҙе ташыу күпкә һөҙөмтәлерәк. Уны бик һирәк осраҡтарҙа ғына ҡулланалар. Урман янғынын автоцистерналар, тракторҙар һәм махсус техника ярҙамында һүндерәләр. Ғәҙәттә шулай эшләйҙәр: ағас-ҡыуаҡтарҙан таҙартып, киң генә һыҙат яһайҙар һәм янған урманға ҡаршы яҡтан ут төртәләр. Был “ҡаршы яндырыу” тип атала. Ҡайһы берҙә ут йылғаға етеп йәки көслө ямғырҙар арҡаһында үҙе туҡтай.
Урманда йөрөргә яраймы?
Аномаль эҫе һауа торошо арҡаһында юғары янғын хәүефе күҙәтелгән туғыҙ районда (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла) быйылғы йылдың 25 июленә тиклем урманға ял итеү, емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйыу өсөн йөрөүҙе тыйҙылар.
Башҡа райондарҙа әлегә тыйыу юҡ. Әммә уларҙа ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Урманда шешлек ҡурған йәки тәмәке төпсөгө ташлаған өсөн дүрт-биш мең һум дәүмәлендә штраф һалына. Был хаҡта РФ Административ тәртип боҙоуҙар кодексының 8.32-се статьяһында әйтелә. Ут менән һаҡһыҙ эш итеп, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы яндырған өсөн енәйәт яуаплылығы – ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Был хаҡта РФ Енәйәт кодексының 261-се статьяһында билдәләнә.