

Киров баҫыуҙарын иңләп, өр яңы заманса техника эшләй, эшләгән трактор артынан ҡарап тороуы күңелле. Ер һөрөп йөрөгән Туҡаев Уралдың тракторы тулыһынса компьютер менән йыһазланған. Дөрөҫ һөрмәһә, элекке һымаҡ, асҡыс, сүкеш тотоп, майға буялып йөрөһө түгел, кнопкаға ғына баҫтың - булды.
Кем белә, берәй заман, бәлки, ауыл хужалығы һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһында кино төшөрөр булһалар, Морапталға килерҙәр. Исеме шул көйө ҡалһа ла була: «Дело было в Мураптале».