

«Искра» хужалығында ураҡ эштәре ҡайнап тора. Ураҡ ваҡытында бында эшселәр өсөн генә түгел, йәйге каникул ваҡытында, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, аҡса эшләп, мәктәпкә әҙерләнергә шәп мөмкинселектәр бар. Быйыл да хужалыҡтың дүрт ырҙын табағында бихисап уҡыусы балалар тырышып эшләп йөрөй.
- Быйылғы йыл мин туғыҙынсы класты тамамланым, ырҙын табағында икенсе йыл рәттән эшләйем. Үткән йыл эш хаҡым бик матур булды, тулыһынса мәктәпкә кейенергә етте, хатта артып та ҡалды. Матур, дәртләндергес эш хаҡы түләгәндәре өсөн, хужалығыбыҙҙың етәкселәренә рәхмәтлемен,- тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Руслан Хәлитов.
Рәүеф Абдуллин, Яҡшымбәт ауылы