Ауыл хужалығы
3 Августа 2021, 04:10

Ҡышын күренә

Һауа торошо әлегә йәйге селләне хәтерләтеп торһа ла, баҫыу ҡырҙар көҙҙәрҙең яҡын булыуын иҫкәртеп тора.Игенсенең тырышлығы – ҡышын күренә, тигән әйтем йөрөй хәлыҡта. Быйыл игенселәр нисек кенә ең һыҙғанып эшләмәһен, уңыштар ҡыуандырырлыҡ түгел. Быға әлбиттә һауа торошоноң ҡоро тороуоноң, кәрәк ваҡытта ямғырҙар яумауының йоғонтоһо ҙур булды. Алдан яҙып тороуыбыҙса хужалыҡтар бер-бер артлы урып-йыйыуға тотондо. Район хакимиәте башлығы үҙенең интернет селтәрендә, страховкаланған ерҙәр, юғалтҡан уңыштары өсөн, аҡсалата компенсация аласаҡ тип яҙған ине. Районда уңыш алыу эштәре нисек бара, страховка алыусылар бармы икәнен район хакимиəтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Айҙар Туйгилдиндән һораныҡ:

Ҡышын күренәҠышын күренә
Ҡышын күренә

- Бөгөнгө көндә районда ураҡ эштәре 36% тамаланған. Хәлдәр ҡыуанырлыҡ тип әйтеп булмай. Уңыш артмауы асыҡ билдәле, иң мөһиме кәмемәһен генә тип ултырабыҙ. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, быйыл уңдырышлыҡ 4-5 центнерға әҙерәк. Районда А7 Агро, Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһе һәм Усмановтың хужалыҡтары уңышты тейешле генә алып килә. Беренсенән, уларҙың ерҙәре географик яҡтан уңдырышлы ерҙә урынлашҡан, икенсенән, техникалары ла шәп, яңы, технологияларға тап килә. Киров менән Искра хужалыҡтарының баҫыуҙары, быйыл ямғырҙарҙы һирәк күрҙе, шуға ул яҡтарҙа уңыш яғы ла аҡһай. Шулай ҙа Киров хужалығы сығымдар менән килемдәрҙе тигеҙләп килә, сөнки улар ашламаһыҙ, химик утауһыҙ эшләй.
Страховкаға килгәндә, районыбыҙҙа бер фермер, бер хужалыҡта был эшкә тотонғаны юҡ. Сөнки ул еңел генә эшләнмәй, бик ҡатмарлы, күп этаплы эш, 2 аҙна эсендә ҡағыҙ эштәренең осона сығып етеп тә, комиссия баҫыуыңды зыян күрмәгән тип таныуы бар. Баҫыуға мотлаҡ ашлама һибелгән, технологик картаһын төҙөлгән булырға тейеш. Баҫыуҙарҙы страховкалауға әҙ аҡса түгелмәй, әле хужалыҡтар сәсеү эштәрен башҡарып сығырға аҡсаһын саҡ таба. Шуға күрә эшселәр үҙ көстәренә генә ышана, страховкалауға тотонорға теләктәре лә юҡ. Был беҙҙең районда ғына түгел, бөтә Башҡортостанға 100 мең гектар ер генә страховкаланған, сағыштырып ҡараһаҡ, беҙҙең районда 93 мең гектар сәселә, шулай булғас бөтә республикаға 100 мең гектар ул күп түгел бит инде.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас