Ауыл хужалығы
6 Августа 2021, 12:00

Телен аңлай

Ир маҡтаныр - ҡорал эшләр. Ауылдың, шөкөр, ҡоралдары эшләп тора, ирҙәре лә шәп. Искра хужалығының Абдул бригадаһын ғына алғанда ла был яҡшы күренә.  

Телен аңлайТелен аңлай
Телен аңлай
Ужым игенен сәсеү бара әле бында, ҡорал тигәне - трактор бит инде, техника ла, ҡатын-ҡыҙ затынан әлле, наҙҙы, тәрбиә-иғтибарҙы ярата, шуларҙы талап итә.   

Кем-кем, Айнур Ниғмәтуллин тракторҙың телен яҡшы белә, аңлай, тын алыштарына тиклем тоя. Иртән таңдан уҡ уларҙы майлап, яйын күреп ҡуя - игендәр матур сәселһен. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас