Ауыл хужалығы
10 Август 2021, 08:04

Тамамлана башланы

Үткəн ял көндəрендə Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһе урып-йыйыу эштəрен тамамланы. Уртаса уңыш гектарынан 20,1 центнер. Əлегə килəһе йылға баҫыулыҡтарҙы əҙерлəү эштəре бара. 

Тамамлана башланыТамамлана башланы
Тамамлана башланы

- Хужалыҡ етəксеһе Дмитрий Михеевты урып-йыйыу кампанияһын уңышлы тамамлауы менəн ҡотлайбыҙ! Башҡаларға ла яҡшы эш кəйефе телəйем, - тине район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов.
- Башҡа крəҫтиəн фермер хужалыҡтарҙа ла эштəр тамамланыуға бара. Район буйынса иген майҙандарының 60 проценты урылған да инде. Эштəрҙе үҙ ваҡытында тамамлау өсөн матур һауа торошо тора. Ошоно ауыл эшсəндəре үҙҙəре лə аңлап, həр минуттың ҡəҙерен белеп, эшлəп ҡалырға тырыша. Район буйынса уртаса төшөм гектарынан 10 центнер. Урып-йыйыу кампанияһына 126 комбайн йəлеп ителгəн. Шуларҙың 96-hы шəхси техника. Əлеге ваҡытта Киров исемендəге ауыл хужалығы предприятиеhы эшсəндəре ужым культураларын сəсеүгə төштө, - ти ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, башлыҡ урынбаҫары Урал Ибраһимов.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас