Все новости
Ауыл хужалығы
31 Августа 2021, 12:48

Ғәзиз тупраҡтан айырмаһын

Себеш һанар мәлгә аяҡ баҫтыҡ, Аллаға шөкөр. Йәй үтте. Ауыл кешеһенә, башҡа шатлыҡтары янына, йәнә береһе өҫтәлә: пай ерҙәре өсөн әжер алыу. Дивиденд та тиҙәр уны. Банктарға һалыр миллиондар юҡ, тимәк, унан алыр дивиденттар ҙа юҡ, бар күҙ баҡҡаныбыҙ - ер. Унан, аҡмаһа ла, тамып тора. 

Ғәзиз тупраҡтан айырмаһын
Ғәзиз тупраҡтан айырмаһын
Пай ерҙәре өсөн, шулай итеп, әжеребеҙҙе тарата башланылар. Һәр хужалыҡ үҙенсә бирә, һәр кемдең үҙенең килешеүе. Бына Искра хужалығы ла ошо күңелле эшкә тотондо. Беҙгә был турала хат ебәргәндәр, хужалыҡҡа, уның етәксеһе Рәмил Мостафинға рәхмәт әйтәләр.
Банктарҙа ятҡан ҙур суммаларыбыҙ юҡмы - булмаһа ни, иң мөһиме, аяҡ баҫып йөрөгән, беҙҙе туйындырған ғәзиз еребеҙҙән айырмаһын.
Был турала - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: