Все новости
Ауыл хужалығы
4 Сентября 2021, 08:49

Аҫтан да, өҫтән дә

Салауат БИКМАЕВ, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһының Абдул участкаһы етәксеһе:- Беҙҙең Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһының Абдул участкаһына, аҙаҡҡы өс йылдағы яҡшы һөҙөмтәләре буйынса, хеҙмәт машинаһы бүләк иттеләр быйыл.

Аҫтан да, өҫтән дә
Аҫтан да, өҫтән дә

Был бүләкте ҡыуанып ҡабул иттек һәм тағы ла дәртләнеберәк эшләй башланыҡ. Эште күрә белеүсе етәкселәребеҙгә рәхмәт.
Байрамыбыҙ онлайн үтте, бик күп етәкселәр ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Бахмут участкаһы республика конкурсында ҡатнашып, төрлө ҡорамалдар алыу өсөн, 150 мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанды.
Мин дә барлыҡ коллегаларыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Артабан да бергә, иҫән-һау эшләргә яҙһын. Киләсәктә беҙгә йәштәр эшкә ҡайтһындар, ярҙам итһендәр. Эш күп, малдар ҙа етерлек. Хәҙер халыҡ малға ышанып йәшәй, ә беҙ уларҙы хеҙмәтләндерергә, ярҙам күрһәтергә һәр ваҡыт әҙербеҙ. Беҙҙең участкаға туғыҙ ауыл һәм “Түкән” хужалығы менән “Искра” хужалығының өс бүлексәһе ҡарай. Әлеге ваҡытта малдарға, эт, бесәйҙәргә ҡотороу сиренән прививка яһау менән мәшғүлбеҙ, шулай уҡ туберкулез ауырыуҙарына тикшереү ҙә үткәрәбеҙ. Барыһына ла уңыштар теләйем.

Район ветеринарҙары тураһында материал гәзиттә үткән һанда сыҡты. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: