Все новости
Ауыл хужалығы
11 Сентября 2021, 09:19

Дəртлəнеп эшлəйҙəр

Республикабыҙҙа тəүгелəрҙəн булып Искра ауыл хужалығы көнбағыш урыу эштəренə төштө. Фотола Искра ауылхужалығының Яҡуп бүлексəһенең егəрле, тырыш, уңған комбайнерҙары: Унбаев Ҡорбан, Бикмаев Əхмəҙулла, Йəйкəров Рəмил, Собханғолов Алик һүрəтлəнгəн.

Дəртлəнеп эшлəйҙəр
Дəртлəнеп эшлəйҙəр

Искра ауыл хужалығының Яҡуп бүлексəһе бригадиры Мирас Искəндəров билдəлəүенсə, эштəр юғары кимəлдə башҡарыла, уңыш йылына ҡарап матур сыға, дəртлəнеп эшлəр өсөн хужалыҡта барлыҡ мөмкинселектəр ҙə булдырылған. Егеттəр алға табан дəртлəнеп, тырышып уңышты йыйып алыуына ышанабыҙ. Йыйылған уңышты ырҙында ҡабул итеп, еренə еткереп эшкəртеп, районыбыҙҙың Маяҡ һəм Ермолаево элеваторҙарына оҙатып торалар.
Рəүеф АБДУЛЛИН Яҡшымбəт ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: