Все новости
Ауыл хужалығы
18 Сентября 2021, 12:08

Ғәзиз тупраҡтан айырмаһын

Рәмил Ниғмәтуллин, Абдул ауылы:- Быйылғы тәбиғәт көйһөҙлөктәре ауыл эшсәндеренең тормошон бер ни тиклем ҡатмарландырҙы. Беҙҙе хәстәрләп, дивидент бирергә мөмкинселек тапҡан өсөн етәксебеҙ Рәмил Ғиниәт улына рәхмәтлебеҙ. Беҙҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

Ғәзиз тупраҡтан айырмаһын
Ғәзиз тупраҡтан айырмаһын

Мөнир Ғәлимов Түбәнге Бабалар ауылы:
- Беҙ дивидент алдыҡ, ярайһы ғына күләмдә. Хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Мостафинға рәхмәтлебеҙ . Ул халыҡ мәнфәғәтендә эшләүҙе барыһынан да өҫтөн ҡуя. Уның эш көнө халыҡ араһында, хеҙмәт коллективтарында үтә, тырышлығы, бар ынтылышы ябай кешеләрҙең талабын, һорауҙарын үтәүгә, проблемаларын хәл итеүгә йүнәлдерелгән.
Хәлил Шәрипов, Молокан ауылы:
- Яҡшымбәткә дивидент алырға барҙыҡ, ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ күпләп. Малды һимертергә бик тә шәп һәм урынлы булды алған ашлығыбыҙ. Быйылғы ҡоро йылда мөмкинселек табып, беҙгә иген таратҡандары өсөн хужалыҡ етәксеһенә һәм игенселәргә ҙур рәхмәт.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Фотола: Рәмил Ниғмәтуллин, Марат Әмиров, Илгиз Аҡсурин Абдул ауылында дивидент алалар.

Тулы материал гәзиттә йома көнө сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: