Все новости
Ауыл хужалығы
22 Сентября 2021, 11:13

Һыйыр артынан Чехияға

Тиҙҙән беҙҙең ауыл эшсәндәре, күмәкләшеп, Чехияға юлланырға тип, төйөнсөк төйнәй. Ауыл хужалығы министры бушлай путевка биргәнме? Карловы Варыға бармайҙар, эш буйынса, һыйыр артынан. 

Һыйыр артынан Чехияға
Һыйыр артынан Чехияға

Беҙҙең райондағы хужалыҡтарҙағы һыйырҙарҙарҙың, дөрөҫөн әйткәндә, күбеһенең исеме генә һыйыр, күпме ашатма, кәзә һымаҡ ҡына һөт бирә. Етмәһә, сирлеләре күп - яртыһы тиерлек лейкоз менән ауырый, ә ундай малдың һөтөн эсергә ярамай. Шәхси кешеләр лейкоз һыйырҙарынан ҡотолоп бөттөләр, ә хужалыҡтарҙа бындай малдар әле бик күп. Ҡайҙа бар һуң йүнле һыйыр - Чехияла. Түкән, Зәк-Ишмәт, Яңы Мораптал хужалыҡтары тиҙҙән, яҡшы мал эҙләп, чехтар иленә барасаҡ. 

Симменталь һыйыр тейәп ҡайтмаҡсылар, улар ныҡ һөтлө, һәм һап-һауҙар. Бер һыйырҙың хаҡы - 190 мең һум, Чехиянан һыйыр алһаң, хөкүмәт 60 мең һумын кире ҡайтара. 

Бөтәһен әйтеп бөтмәйбеҙ - тулы килеш барыһы ла гәзиттә яҙылыр.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: