Все новости
Ауыл хужалығы
27 Октября 2021, 12:29

Командабыҙ шәп!

Ауыл хужалығы эшсәндәре тигәндә, Кировты онотоп буламы? Был хужалыҡта ана күпме шәп кешеләр эшләй.  Сират бөгөн уларға етте. Коронавирус тип, ҙур тантана йыйманылар быйыл, бына ошолай, өйҙән өйгә тигән кеүек, ҡотлап йөрөйҙәр.  Киров етәксеһе Дамир Байгилдин асты байрамды:

Командабыҙ шәп!
Командабыҙ шәп!
-  Быйыл барыһын да Ура-ға эшләнек, -  тине Дамир Таһир улы, - рәхмәт һүҙҙәрем сикһеҙ. Бер туҡтауһыҙ, ватылыу-емерелеүһеҙ, алға барҙыҡ. Ветерандарға, әле эшләгән барсаһына, бухгалтерия ҡыҙҙарына (улар күп ваҡыт күләгәлә ҡала) - оло рәхмәт. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн барыһы ла килә алманы, сир ғәйепле, иҫән булайыҡ, дуҫтар, ә ҡалғанын беҙ булдарыбыҙ - командабыҙ шәп!
Тулыраҡ - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: