Все новости
Ауыл хужалығы
3 Ноября 2021, 15:39

Абдулдың ите лә, һөтө лә тәмле

Фәһим Ғибәҙулла улы Войкин «Искра» хужалығының Абдул һөтсөлөк фермаһы мөдире:— Быйыл тәбиғәт шарттары әллә ни ҡыуандырмаһа ла, мал аҙығы етәрлек күләмдә әҙерләнде. Бесән, һаламды яландарҙан алып ҡайтып өйөп ҡуйҙыҡ. 

Абдулдың ите лә, һөтө лә тәмле
Абдулдың ите лә, һөтө лә тәмле

Абдул фермаһында 890 мал аҫрала, шуп иҫәптән — 160 һауын һыйыры. Тәүлегенә бында 1130 килограмм һөт һауып алалар. Әле абдулдар ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Ҡураларын ремонтлап, биналарға дизенфекция эшләп, ағартып ҡуйғандар. Малдарҙың именлеген аталы-уллы Роберт менән Фидан Ишмөхәмәтовтар күҙәтеп торалар. Бында тәжрибәле һауынсылар Гөлзифа Юлдашева, Гөлнара Аҡсурина, Элвира Әҙеһәмова, Мәүлиҙә Хәбирова, Альбина Әхмәтшиналар менән ғорурланырға була. Быҙау ҡараусыларының эше үтә яуаплы, сөнки сабый кеүек малҡайҙар, һәр саҡ яҡшы тәрбиә талап итә. Был йәһәттән Рәсилә Аҡсурина, Гүзәл Ниғмәтуллина, Илназ Сабанчиндар һынатмайҙар, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡаралар. Иҫәп-хисапты Элвира Собханғоловаға ышанып тапшырғандар, ул һауылған һөттөң таҙалығын тикшерә.
Малсылар: Наил һәм Рәмил Ниғмәтуллиндар, Марсель Сәйфутдинов, Рим Аҡсурин, Наил Хәсәнов, балта оҫталары: Рафиҡ Кәримов, Алик Аҙнабаевтар, үҙ эштәрен теүәл башҡаралар.
Районыбыҙҙа ошондай берҙәм хужалыҡтар һәм ауылым тип янып эшләгән коллективтар, етәкселәр булыуы ҡыуаныслы. Тимәк халыҡ үҙебеҙҙә етештерелгән ит һәм һөт ризыҡтарынан айырылмаясаҡ. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-тулек күпкә сифатлы һәм туҡлыҡлы.
Рәүеф Абдуллин, Яҡшымбәт ауылы

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: