Все новости
Ауыл хужалығы
19 Ноября 2021, 17:32

Уңыш сере хәстәрлектә

Ер кешеһе, ауыл эшсәне... Йылдың ниндәй миҙгелендә лә ал-ял белмәй эшләй ул. Тәбиғәтебеҙҙең көтөлмәгән көйһөҙлөктәре, замандың үҙгәрештәре, һынауҙары менән көрәшә-көрәшә, игенен үҫтерә, малын үрсетә, аҙыҡ әҙерләй. Иртәгәһе көнгә ышанысы, өмөтө булып, изге уй-хыялдары ауыл кешеһенең юлындағы булған барлыҡ кәртәләрҙе йырып сығырға көс-ҡеүәт бирә. 

Уңыш сере хәстәрлектә
Уңыш сере хәстәрлектә

Оҙайлы ҡыш миҙгелендә яғыулыҡ-майлау материалдарын хәстәрләү, техниканы, тағылмалы агрегаттарҙы, сәскестәрҙе ремонтлау, орлоҡ ҡайтарыу кеүек әҙерлек эштәре осоро башланды. Әлеге көндә “Искра” хужалығының алты оҫтаханаһында ла яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек башланды ла инде.
Фәнил Исмәғилев, оҫтахана слесары:
- Бер уңыш та еңел бирелмәй, күп көс-ҡеүәт, тырышлыҡ һалырға кәрәк. Ер эшкәртеүҙең ни тиклем мәшәҡәтле булыуы һәр беребеҙгә мәғлүм. Әлеге ваҡытта тырма тештәрен ослап бөтөү менән культиваторҙарҙы ремонтларға тотонорбоҙ, тип торабыҙ, Алла бирһә. Эш шарттарына килгәндә инде, оҫтаханабыҙ йылы, эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Рәүеф Абдуллин, Яҡшымбәт ауылы
Фотола Фәнил Исмәғилев, Артур Бәхтийәров

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: