

Йәйге селләне үткәреп ебәрҙек, себеш һанар мәл етте - йыл аҙағында хәлдәр былайыраҡ: районда һыйырҙар һаны 9029 (7% -ҡа кәмегән). 1 240 йылҡы малы (саҡ ҡына артҡан). 1 517 сусҡа һанала (сусҡалар ҙа артҡан). 12 925 һарыҡ-кәзә (улар ҙа аҙға ғына үрсегән).
ҺЫйыр малы кәмей икән, тимәк, һөт тә кәмергә тейеш, тик һөткә барыбер ҡытлыҡ юҡ, магазинда ниндәйе генә юҡ.
Рәсәйҙә әле яҡынса 7 млн баш һыйыр бар, 1990 йылда РСФСР-ҙа (әлеге ил территорияһында килеп сыға) 20 млн. баш һыйыр булған.