Все новости
Ауыл хужалығы
18 Марта 2022, 11:13

Өмөт менән ҡарайбыҙ

Район башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов: 

Өмөт менән ҡарайбыҙ
Өмөт менән ҡарайбыҙ

- План буйынса 1556 тонна ашлама алынырға тейеш ине, шуның 1122 тоннаһы алынды, был пландың 72% үтәлеүен әйтә, ошоноң менән туҡталып ҡалманыҡ, әле лә Татарстандан, Бүздәктән ашлама ташыу дауам итә. Орлоҡтарға килгәндә 7493 тонна кәрәк буласаҡ тип иҫәпләнгән, шуның 5250 тоннаһы районда бар, 544 тонна өҫтәп алынды, ҡалғанын да алып ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Бының өҫтөндә эшләйбеҙ, хужалыҡтар менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ, һатып алыуға орлоҡтар эҙләйбеҙ. Был яҡтан Ватан хужалығы ярҙамға килергә әҙер, уларҙа һатыуға тип 1000 тонна элиталы һоло, арпа, бойҙай орлоҡтары әҙерләнгән.
Техникаға килгәндә, әле райондың ҙур хужалыҡтары буйлап техосмотр үткәрелеү дауам итә. Ҡайһы бер, Ватан, Киров кеүек ҙур хужалыҡтарҙа булдыҡ, шәмбе көнө Искра хужалығына барырға планлаштырабыҙ. Районыбыҙ техникаһы 89% яҙғы сәсеү эштәренә әҙер. Барлығы районда 425 трактор бар тип иҫәпләнә...

Ауыл хужалығы беҙҙә ни хәлдә - материал бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: