Все новости
Ауыл хужалығы
29 Апреля 2022, 10:23

Ҡыуандырҙы

“Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин үҙенең эшселәрен даими рәүештә хәстәрләп тора.

Ҡыуандырҙы
Ҡыуандырҙы

Әле лә ул беҙҙе Ырымбур ҡалаһынан он алып ҡайтып ҡыуандырҙы. Юғары сифатлы 10 мең кг онды ул эш хаҡы иҫәбенә таратып бирә. Беҙ магазиндар буйлап йөрөмәйбеҙ, ә үҙебеҙҙең келәттән генә ҡулай хаҡҡа, юғары сортлы он алып рәхәтләнәбеҙ.
Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә барлыҡ уңайлыҡтарҙы ла булдырған өсөн Рәмил Ғиниәт улына ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә ҡулай шарттарҙа шатланып эшләргә яҙһын.
Фәһим ВОЙКИН, Абдул ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: