Все новости
Ауыл хужалығы
5 Мая 2022, 13:14

Юҡ менән булмағыҙ

Кисә районға республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килеп киткән, янында урынбаҫары Ирек Сураков та булған. Бына кемгә ял юҡ. Ҡыҙыу мәл бит, сәсәләр.

Юҡ менән булмағыҙ
Юҡ менән булмағыҙ

Зәк-Ишмәт, Яҡшымбәт, Илкәнәй, Мораптал, Отрада, Керәүле - ҡайҙа кеше ҡыбырлай, шунда барып эште күҙәткән.
- Министр беҙҙәге сәсеү эштәре менән ҡәнәғәт ҡалды, - тине беҙгә башлыҡтың беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов, - сәсеүҙең 40%-тын тамамаланыҡ. Илшат Илдус улы беҙгә ерҙе ҡәҙерләп тотоноғоҙ, көнбағышты әҙерәк сәсегеҙ тип кәңәштәр бирҙе. Һөттө лә арттырығыҙ тип әйтте. Фермерҙар менән осрашҡанда, юғары белемгә үрләгеҙ, хәҙер заман икенсе, барыһы ла белем талап итә тип тә кәңәш итте. Беҙҙе дәртләндереп, запчасть, техникаға ҡытлыҡ булмаясаҡ - еңдәрҙе һыҙғанып, төшөнкөлөккә бирелмәй эшләгеҙ. Янығыҙҙа ғына, күрәм, быуаларығыҙ бар, шунан баҫыуҙарға һыу һибегеҙ, гонаһ бит, янда ғына һыу, ә ул файҙаһыҙ ята.
Бик татыу эшләйһегеҙ, юҡҡа ғына килмәгәнмен, күңел булды, - ошолай әйтеп, министр беҙҙең дә үҙенең дә кәйефен күтәреп китте.
Ҡыҙғанысҡа, министр фотоға төшмәгән - Юҡ менән булмағыҙ, фото ҡайғыһымы, мин үҙемде күрһәтергә түгел, һеҙҙе ҡарарға килдем, тигән.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: