Все новости
Ауыл хужалығы
15 Мая 2022, 08:47

Эше барҙың - ашы бар

Фермер хужалыҡтары араһында сəсеү эштəренең осона сыҡҡандар ҙа бар. 

Эше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар

Миҫал өсөн, Мəзитов Илшаттың хужалығы 18 апрель баҫыуҙарына төштө, 4 майҙа сəсеү эштəрен тамамлап та ҡуйҙы. Унан саҡ ҡына ҡалышып Усманов хужалығы килə, улар шулай уҡ эште тамамлаған тиергə лə була, кукуруз ғына сəсеп бөтөрөргə ҡалған, уныһын да оҙаҡҡа һуҙмаҫтар. Дөйөм алып, былтырғы күрһəткестəр менəн сағыштырып ҡараһаҡ, быйыл сəсеү бер аҙнаға алда бара һəм был бик ҡыуаныслы. Сөнки ерҙə дым булғанда орлоҡтарҙы сəсеп ҡалыу бик ҙур роль уйнай. Əле бына ямғырҙар ҙа һибəлəп тора. Был эштəрҙе иртəрəк тамамлаған һайын яҡшыраҡ, уңыш та мулыраҡ буласаҡ. Кемдəр ваҡытында сəсеп өлгөрөп ҡала, шулар уңышты ла күберəк аласаҡ. Был турала электəн килгəн халыҡ мəҡəлдəре лə бик күп бит. Миҫал өсөн, "Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең", "Ҡалған эшкə ҡар яуыр", "Эше барҙың - ашы бар" һəм башҡа ошоларға оҡшаш мəҡəлдəр, тап яҙғы эштə тырышып эшлəргə əйҙəп тора, - тип яуапланы Урал Дамир улы.

Материал тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: