Все новости
Ауыл хужалығы
17 Мая 2022, 14:51

Бар ергә лә өлгөрә

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_76891   Аҫтағы ошо постағы фото боронғо. Уны беҙ, Технадзор ҡуйғас, уларҙан алғайныҡ. Ай-вайға ҡуймай, шылтыраталар: уны ҡайҙан таптығыҙ ул? 

Бар ергә лә өлгөрә
Бар ергә лә өлгөрә

Тарихи фото бит, шуға ҡуйғайныҡ, Таймаҫтың механизаторҙары торалар, фотоны йәмләп, етмәһә, араларында ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. 

Ярар, торһон, кемгәлер иҫтәлек тә булыр. Ысынында, Таймаҫта һәйбәт механизаторҙар күп, шуларҙың береһе, әлбиттә, Илшат Бикмөхәмәтов.

- Илшат - ул бик әүҙем, тыуған ауылым, ауылдаштарым тип янып йәшәгән, шәп егет. Сит яҡтарға эшкә киткәнсе ауылда староста ла булды. Әле был вазифала эшләмәһә лә, ауылға бик күп ярҙамы тейеп тора. Уға әйтһәң, ҡай саҡтарҙа әйтеп торорға ла кәрәкмәй, үҙе белеп эшләй. Урамдарҙа юлдарҙы ла таҙартып сыға, бесән эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ ауыл тирәһен йыйыштырыу кеүек эштәрҙә лә ярҙамы тейеп тора. Уның был эштәрҙе үҙ теләге менән, үҙе белеп башҡарауы маҡтауға лайыҡ. Берәй ярҙам һорап барһаң бер ҡасан да кире ҡаҡмай, юҡ ваҡытын бар итеп, гел ярҙам итергә әҙер. Шуның өсөн ауыл халҡы уға бик рәхмәтле, беҙ ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән дә уға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,- ти Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Филүзә Вәлидова.

Ана ҡалай! Был турала тулыраҡ үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: