Все новости
Ауыл хужалығы
21 Мая 2022, 11:08

Быйыл да уңһын

1816 йылда Европала, Америкала, ысынлап та, йәй булмаған. 

Быйыл да уңһын
Быйыл да уңһын

Индонезияла көслө вулкан хәрәкәткә килеп, уның төтөнө, көлө һауаны ҡаплай, ҡояшты үткәрмәй. Һөҙөмтәлә бөтә ерҙә аслыҡ башлана. Игендәр үҫмәй, малдар һуйылып бөтә. 

Әлеге хәлдәр улай уҡ ҡурҡыныс түгел, шулай ҙа шөбһәләнә башланыҡ - етерҙер, бәлки, яуырға? Йылы көндәр кәрәк, ҡояш кәрәк.
Рифат Вахитов тәҡдим иткән фотоларҙа 1976 йыл һүрәтләнгән. "Мораптал" тоҡомсолоҡ совхозы игенселәре. Икмәк ныҡ уңған булған был йыл. Быйыл да уңыш мул булыр тип өмөт итәбеҙ. 
Рифат Вахитовтың хәтирәһе (фотола кемдәр) гәзиттә баҫылды.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: