Все новости
Ауыл хужалығы
15 Июня 2022, 12:32

Танһыҡ еҫ

Зәк-Ишмәт фермеры Әнүәр Усманов хаҡында белмәгән кеше һирәк. 

Танһыҡ еҫ
Танһыҡ еҫ
Зәктәр ерле юҡҡа ғына "Әл дә Әнүәребеҙ бар" тип өҙгөләнеп тормай, ауыл тотҡаһы - ул. 40 -тан ашыу кешегә эш биргән (уртаса эш хаҡы 19 мең һум), яңы фермалар, иген келәттәре төҙөгән, яңы техника, малдар һатып алып торған ауылдаштары. Ә күпме былай ғына ярҙам итә? Әле, ППМИға тип, 90 меңен сығарған да һалған, мәҫәлән. 
Шуға ла бөгөн мал аҙығы әҙерләү буйынса семинар тап уның хужалығында үткәндер. Яңы төҙөлгән фидлотты ҡарап сыҡтыҡ (хаҡы - 8 миллион һум), туҡ ҡараштары менән ҡарап торған малдарҙы күрҙек, яңы ғына сабылған сенаж еҫен еҫкәп баштар әйләнде - онотолған был еҫ. Күп фермалар тирәһендә хәҙер бер еҫ тә юҡ. 
Тулыраҡ  - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: