Все новости
Ауыл хужалығы
13 Июля 2022, 14:30

Уңғандар

Икмәк ҡыйбат хәҙер, уның ҡыйбат булыуы бер хәл, алған икмәгең бик йыш уңмаған булып сыға. 

Уңғандар
Уңғандар

Тәме юҡ, тиҙ боҙола, алғандың икенсе көнөнә үк, ыуалып, ҡойола башлай. Яңы Морапталда бешерелгән икмәк  - бөтөнләй башҡаса тарих. 

Бөгөн ошо икмәкте беҙгә күстәнәскә алып килделәр, ҡомалаҡлап бешерелгән әпәй. Был аҙыҡты шул көйө, бер нимә ҡушмай, ашарға була, танһыҡ, бала саҡта магазиндан алып ҡайтып килешләй кимергән икмәк кеүек тәмле. Әйткәндәй, Киров хужалығы эшселәре тап ошо икмәкте ашай, әйтәм, бик шәп эшләйҙәр, көстәре ташып тора. "Ты то, что ты ешь" ти халыҡ, морапталдарҙың икмәге лә, үҙҙәре лә уңған. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: