Все новости
Ауыл хужалығы
16 Июля 2022, 11:15

Эшләгеҙ генә, егеттәр!

- Ҡарап ашата ла, ҡарап тороп эшлəтə лə, - тип шаярта эшсəн егеттəр уларҙы һəр яҡлап контролдə тотоусы, булдыҡлы бригадирҙары Раил Юлбаев тураһында.

Эшләгеҙ генә, егеттәр!
Эшләгеҙ генә, егеттәр!

Был өлкəлə 40 йылдан артыҡ стаждары булған Раил Ғисмəтуллин, игеҙəктəр Рəшит һəм Ришат Минибаевтар, Юнир Ниғмəтуллиндарҙы ҡарап торорға ла кəрəкмəй, улар үҙ эштəренең оҫталары. Яңы ғына Мəлəүездең күп профилле колледжын тамамлап, тыуған ерҙəренə эшкə ҡайтҡан Исмəғил Ниғмəтуллин һəм Фəнис Аллабирҙиндар, күптəн инде ер эшендə ҡайнаған ағайҙарынан был һөнəрҙең асылына төшөнə.
Көн торошо матур, кəйефтəр көр. Ниңə көр? Ашауҙары шəп. Эшселəр саҡ ҡына асыға башланымы, яндарына яңы бешкəн ҡайнар аштарҙы Камил Хəсəнов һыуытмай ғына, тəмле килеш йылп итеп килтереп тə еткерə. Телеңде йоторлоҡ тəмле һыйҙарҙы Бибинур Ғəлиева, Зөлфиə Абуҡаева, Ольга Илбулова ваҡытында əҙерлəп, өлгөртөп кенə тора.

Киров хужалының нисек итеп бесән әҙерләгәне хаҡында материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: