Все новости
Ауыл хужалығы
17 Июля 2022, 09:53

Үҙгәрә заман

Тимербайҙар бесән әҙерләй. 

Үҙгәрә заман
Үҙгәрә заман
Бесән мәленең ҡыҙған осоро. Хәҙер элекке һымаҡ салғы һелтәүҙәр, ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятыуҙар юҡ (күптәр һағына ул саҡтарҙы). Торараҡ, әллә нисә йылдар үткәс, нисек булыр икән - әлеге быуын: хәҙер нимә ул бесән эшләүе, бына беҙҙең заманда... тип һөйләрме икән? Ул саҡтарҙа бесәнде трактор ғына түгел, башҡа, яңы уйлап табылған хәтәр техника эшләр һымаҡ, үҙе саба, үҙе йыя, үҙе күбәләп, өйөңә тиклем, хатта ҡапҡаңды ла үҙе асып, килтереп өйөп ҡуя - кеше ҡарап ҡына ултыра. Уныһы - алда, ә әлегә Тимербай ауылы халҡы техник прогресты түгел, ҡышты уйлай. 

Бесән мәле етте йылдағыса,
Техникаһын көйләй ир - егет.
Бесәнгә бит күмәк тейәлешеп,
Йөрөмәйҙәр хәҙер ат егеп...
Әүәлгесә салғы сүкемәйҙәр,
Ағас һәнәк, тырма юнмайҙар.
Ҡыра һелтәп бесән сабыусы юҡ,
Булһа ла бик һирәк ундайҙар.
Кем уҙарҙан ялан яңғыратып,
Кәбән һалмай хәҙер ағайҙар.
Сәмләнешеп атта ярышмайҙар,
Күбә тартҡан шаян малайҙар.
Ана шулай, беҙгә һиҙелмәйсә,
Тормош үҙгәрәлер күрәһең.
Заман техникаһы ыһ та итмәй,
Берәй сәнсеп тейәй күбәһен...
Бесән мәле етте йылдағыса,
Ялан - ҡырҙар әйҙәй, саҡыра.
Заман үҙгәрһә лә еңмеш күңел,
Әүәлгене даулай, таптыра...
М. Мәғәсүмов.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: