+12 °С
Облачно
Уңыш йыйырға төшөр алдынан, Киров хужалығы был эштәрҙе һынатмай ғына, ваҡытында башҡарып сығыу өсөн, бөгөн барлыҡ техникаларына техосмотр үткәрә.
Дамир Таһир улы Байгильдин етәкләгән был хужалыҡ 2 йыл эсендә 5 өр-яңы комбайн алыуға ирешкән, шулай булғас баҫыуҙағы уңыштың ваҡытында йыйылып алыныуында шик юҡ. Афарин, кировтар, техникаларығыҙ гөрләп эшләһен, уңыштарығыҙ мул, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, һеҙҙең кеүек егеттәр барҙа, өҫтәлдәрҙән икмәк өҙөлмәҫ.