Все новости
Ауыл хужалығы
29 Июля 2022, 08:03

Ҡыуанып ултырырға булһын

Быйыл районыбыҙҙа 100 мең тонна иген культураһын йыйыу планы ҡуйылған.

Ҡыуанып ултырырға булһын
Ҡыуанып ултырырға булһын

Ужым культураһын сəсеүҙе 5 августан да ҡалмай башларға торабыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип уйлайым.
Үҫтерелгəн уңышты йыйыуҙа барлығы 112 комбайн эшлəйəсəк. Əлеге ваҡытта техниканың əҙерлеге тикшерелə. Быйылғы йылда шəхси хужалыҡтарға мал ҡышлатыу еңелерəк буласаҡ. Иген дə арзан, бесəн дə күп. Шуға быйыл ике йыллыҡ бесəнде əҙерлəп ҡалырға кəрəк. Район буйынса əлегə 70 процент бесəн əҙерлəнгəн, тағы ла бер аҙнанан был эште тамамлап ҡуйырбыҙ тип планлаштырабыҙ. Əлеге ваҡытта республика буйынса баҫыуҙарҙы цифрлаштырыу бара. Был тəңгəлдə беҙ баҫыуҙарҙың 64 процентын цифрлаштырҙыҡ. Яҡын арала был эште 100 процентҡа еткерəсəкбеҙ, - ти Урал Дамир улы Ибраһимов.

Ауыл хужалығына бәйле материалдар бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: