Все новости
Ауыл хужалығы
5 Августа 2022, 07:37

Яуаплы осор

Бисмиллаһ, тип башланыҡ, Бисмиллаһ, тип тамамлайыҡ! – ти район хакимиəте башлығының 1-се урынбаҫары Урал Ибраһимов.

Яуаплы осор
Яуаплы осор

Ер кешеһенең хеҙмəте тəбиғəт шарттарына ныҡ бəйле. Районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсəндəре лə аяҙ көндəрҙе файҙаланып, тынғыһыҙ, ҡыҙыу осорға аяҡ баҫты. Беренселəрҙəн булып “Искра”, Киров хужалыҡтары, Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһе, Усманов, Бикмаев крəҫтиəн-фермер хужалыҡтары, «Аргус» яуаплылығы сиклəнгəн йəмғиəте, А7Агро, Түкəн хужалығы игенселəре ураҡҡа төштө.
- Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмəт, тиҙəр. Барлыҡ агротехник сараларҙы теүəл үтəү, ойошҡанлыҡ, эшсəндəрҙең үҙ шөғөлөнə яуаплы ҡарауы тейешле һөҙөмтəгə өлгəшергə мөмкинлек бирер һəм иген культураларын йыйыу уңышлы тамамланыр, тигəн телəктəбеҙ. Яуаплы осор беҙҙе аҙыҡ-түлек менəн тəьмин итеүсе ауыл эшсəндəренə иҡтисади тотороҡлоҡ һəм күңел ҡəнəғəтлеге килтерһен.
Уңыштар һеҙгə, дуҫтарым! Бисмиллаһ, тип башланыҡ, Бисмиллаһ, тип тамамлайыҡ! – ти район хакимиəте башлығының 1-се урынбаҫары Урал Ибраһимов.

Фотолар Урал Ибраһимов сәхифәһенән алынды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: