Все новости
Ауыл хужалығы
19 Августа , 17:18

Баҫыуҙарҙа эш гөрләй

Беҙҙең район баҫыуҙарында эштəр нисек бара, уңыш яғы нисек икəнен район хакимиəтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Айҙар Туйгилдиндəн белештек.

Баҫыуҙарҙа эш гөрләй
Баҫыуҙарҙа эш гөрләй
- Районыбыҙҙа урып-йыйыу эштәре үҙ яйы менән бара, бөгөнгө көндә эштәр 39% тамамланған, уртаса гектар ҡеүәте 27 центнер килә. Әлегә ошо 39% урылған баҫыуҙарҙан 57 мең тонна иген йыйылды. Бөтә хужалыҡтарҙың баҫыуҙарында комбайндар тырышып эшләй, уңыш күп булыу сәбәпле уларға ныҡ көс төшә, ярар әле районыбыҙҙа техника күбеһенсә яңыртылды, өр-яңы, көслө комбайндар алынды.
Уңыш йыйыу әҙерәк һуҙылыр тип көтөлә, тик бик оҙаҡҡа түгел. Был уңыш тигеҙ өлгөрмәүе менән бәйле. Тәүге яҙғы ямғырҙарға тиклем сәскән хужалыҡтарҙың уңышы өлгөргән, кемдәр майҙың 25-нән һуң сәсте уларҙың уңышы саҡ ҡына һуңыраҡ өлгөрәсәк. Ерҙәре әҙ булған, ваҡ хужалыҡтар 1-се сентябргә урып-йыйыуҙы тамамлар, ҡалғандар ҙа оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, һауа торошо пландарҙы боҙмаһа сентябрь баштарында бөтә хужалыҡтар ҙа был эштәрҙең осона сығыр тип уйлайбыҙ. Әлегә барлыҡ хужалыҡтарға ла хәүефһеҙлек сараларына битараф булмай, техникаларын ҡарап, тәртиптә тотоп эшләүҙәрен теләйбеҙ, - тине Айҙар Юнир улы. 
 
 
Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас в