

Ихатала күпләп мал аҫырайҙар, уның һөтөн эшкәртеп, һатыу эше әнейебеҙҙең өҫтөндә. Уңыш алыу, мал аҫрау менән генә сикләнмәйҙәр, күпләп ҡош-ҡорт, умарталар тотоп, беҙгә ҙур ярҙам күрһәтеп тора улар. Беҙ Өфөлә йәшәһәк тә, эш ҡыҙыҡ ваҡыттарҙа отпуск, ялдар алып уларға ярҙамға ҡайтырға тырышабыҙ, бигерәк тә сәсеү-урыу ваҡытында, шулай уҡ бесән мәлендә. Русалина апайым менән тормош иптәшем Әлиә әнейебеҙгә ярҙам итәләр, ашарға әҙерләп беҙҙе яланға алып килеп һыйлайҙар, йорт-ҡурала ла булышалар. Бөгөнгө көндә әтейем, Авзал еҙнәм менән, бесәнде эшләп бөтөп, йортҡа ташып ҡуйҙыҡ.
Хафиз һәм Гөлсәсәк Сарбаев хаҡында материал тулы вариантта гәзиттең үткән һанында баҫылды.