Все новости
Ауыл хужалығы
11 Сентября 2022, 12:25

Күңел һалып эшлә генә!

"Искра" ауыл хужалығының ырҙын табағында эштәр гөрләй.

Күңел һалып эшлә генә!
Күңел һалып эшлә генә!

Быйыл уңыш мул алынды, Аллаға шөкөр, көтөп алған ышаныстар аҡланды.
Бында йыйылған уңышты ваҡытында эшкәртеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған, барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Егеттәр барыһын да ваҡытында өлгөртөр өсөн ике сменала арымай-талмай хеҙмәт итә.
- Яландан килгән игенде тейешле кимәлдә эшкәртеп, орлоҡҡа ҡатнаш аҙыҡҡа айырып торабыҙ. Ырҙын табағында гөрләп торған ике зав эшләй. Хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, беҙгә барлыҡ уңайлыҡтар булдырғаны өсөн ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, - тип шатлана "Искра" ауыл хужалығы кооперативы механизаторы Фоат Аҡһаров.
Ысынлап та, уңыш мул, уңайлыҡтар булдырылған, көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән һыйлайҙар, бындай хужалыҡта рәхәтләнеп, күңел һалып эшләрга генә ҡала.
Фотола: Ырҙын табағында ең һыҙғанып эшләүсе, Фоат Аҡһаров, Юлай Аҙнабаев, Искәндәр Мирасов, Радик Сәйфутдиновтар.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: