Все новости
Ауыл хужалығы
2 Ноября 2022, 15:37

Йырлап йәшәйһе килә

Йыр тигәндән. Икмәк булһа, уныһы ла булыр тип тағы ла, меңенсе ҡабат ҡабатлайбыҙ.

Йырлап йәшәйһе килә
Йырлап йәшәйһе килә
Ә ул бар. Икмәк. Быйыл рекорд ҡуйҙыҡ бит иген урыу буйынса. Районда ла бындай уңыш булғаны юҡ ине тип тел шартала район башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов (Әле ул Өфөлә). Ул белеп әйтә, йыл әйләнәһе баҫыуҙар буйлап сапты. 
Бөгөн ауыл хужалығы алдынғылары ял итә. Тантана итә. Ил алдында йөҙ яҡты - рекорд ҡуйҙылар! Афарин, игенселәр. 
Туҡлыҡта, муллыҡта, йырлап йәшәге килә. Теләктәребеҙ фәрештәнең Амин тигән сағына тура килһен. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: