Все новости
Ауыл хужалығы
7 Ноября 2022, 09:50

Эшләй белеп эшләһәң

- Урал Дамир улы, йыл аҙағына ла яҡынлаша, ишетеп, яҙып тороуыбыҙса быйыл ауыл хужалығы өсөн бик бәрәкәтле, мул йыл булды?

Эшләй белеп эшләһәң
Эшләй белеп эшләһәң

- Эйе, Аллаға шөкөр, быйыл уңыш мул булды, улай ғына ла түгел, быйыл беҙ уңыш алыу буйынса яңы рекорд ҡуйҙыҡ. 1986 йылда, 1997 йылдарҙа ла уңыш мул алынған, шулай ҙа быйылғы күрһәткестәргә етмәгән.

- Тағы ла бер бәкәлгә һуҡҡан һорауҙы бирмәй түҙеп булмай, ауыл хужалығында уртаса эш хаҡы күпме?

- Ауыл хужалығында электән эш хаҡы юғары булманы, район буйынса яҡынса 22 меңгә торош. Был хәҙерге заман өсөн бик күп тип әйтеп булмай, шуға ҡарамаҫтан бик әҙ ҙә түгел, сөнки ауылда кеше үҙ малын тотоп, баҡсаһын үҫтереп йәшәргә тырыша.

 -  Бөтә илде борсоған, һеҙҙең өлкәгәлә лә ҡағылған махсус операцияға бәйле һорауыбыҙҙы ла биреп үтәйек әле, 200-гә яҡын егет алынды, шуларҙың күбеһе ауыл егеттәре. Ишетеүебеҙ буйынса, тегенән бер трактористы, бынан бер комбайнерҙы алып киткәндәр, тора бара ауыл хужалығында эшләргә егеттәребеҙ ҡалырмы?

- Райондағы ауыл хужалығында эшләгән 9 егетте мобилизация менән алып киттеләр, 2-әүһе кире ҡайтты. Яңыраҡ военкоматта ултырыш булды, унда беҙ ҙә ҡатнаштыҡ, беҙҙең район мобилизация планын 1,4 тапҡырға арттырып үтәне, күбеһенсә ауыл егеттәре алынды, шуға күрә мин шундай ҡарар менән сығыш яһаным, ауыл егеттәренә теймәй, хәҙер ҡаланан алырға кәрәк тип, унда бөтә өлкәнең дә белгестәре булды, күбеһе ошо ҡарарҙы хупланы. Шулай уҡ, әле районыбыҙҙың барлыҡ ауыл хужалыҡтарына ла әйттек, эшләрлек, кәрәк булған белгестәренә бронь юллай ала...

Әңгәмә тулы килеш гәзиттең йома һанында баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: