Все новости
Ауыл хужалығы
3 Февраля 2023, 08:48

Хәлдәрең нисек, ужым?

Көйөргәҙе район бүлеге белгестәре һәм хужалыҡ агрономдары әлеге ваҡытта монолиттарҙы һайлап алыу менән мәж киләләр.

Хәлдәрең нисек, ужым?
Хәлдәрең нисек, ужым?

Монолиттарҙы һайлап алыу “А7 Агро” РБ хужалығында үтте. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, ужым культураларының торошо яҡшы, урыны менән ҡар ҡатламының бейеклеге 30-50 см етә.
Ноябрь - декабрҙә үткән боҙло ямғырҙарҙан һуң ужым культуралары торошона ҙур иғтибар талап итер кәрәк. Ямғырҙар яуғандан һуң барлыҡҡа килгән боҙ ҡатламы аграрийҙарҙа борсолоу тыуҙыра, сөнки тупраҡ өҫтөндә боҙ ҡатламы ужым культураларының һауа алмашыныу процесын боҙа. Боҙ ҡатламы ҡарлы ҡатыш ямғырҙарҙан һуң барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә боҙ ҡалтламы өҫтә булһа зыяны әҙерәк.
Боҙ ҡатламы менән көрәшеү өсөн механик ысул ғына ҡулланырға мөмкин. «Россельхозцентр"ҙың Көйөргәҙе районындағы филиалы белгестәре билдәләүенсә, ужым торошоноң 10 проценты яҡшы, 68,7 проценты - ҡәнәғәтләнерлек, 21,3 проценты насар хәлдә тип табылды.
Ужым культураларының торошон күҙәтеү дауам итә.
Булат ҒАФАРОВ, «Россельхозцентр"ҙың Көйөргәҙе районындағы филиалы начальнигы.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: